Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө халыҡ вәкилдәрен “Наурыҙ” байрамы бер майҙанға тупланы

Республикабыҙҙа йәшәгән төрлө халыҡ вәкилдәрен “Наурыҙ” байрамы бер майҙанға тупланы

Баш ҡалала республикабыҙҙа йәшәгән төрлө халыҡ вәкилдәрен “Наурыҙ” байрамы бер майҙанға тупланы. Быйыл байрам Затон биҫтәһендәге “ЕврАзия” агропаркында уҙҙы. Биләмәлә бихисап милли ихата булдырылып, уларҙа ҡунаҡтарҙы төрлө халыҡтың милли ризыҡтары, шулай уҡ йыр-моңо, бейеүҙәре менән ҡаршыланылар.

Күркәм сарала Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары Зөһрә Рәхмәтуллина, Зариф Байғусҡаров, республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова, милли-мәҙәни берләшмәләр, үҙәктәр вәкилдәре ҡатнашты. Башҡорт тирмәләрендә һәр кем бауырһаҡ, ҡымыҙ менән һыйланды, үҙен боронғо ҡул эштәрендә һынап ҡараны. Ошонда уҡ Ғафури районынан “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ағзалары “Наурыҙ”ҙы байрам итеүҙең электән килгән үҙенсәлектәрен күрһәтте.

Науруз байрамы 2010 йылдан алып ЮНЕСКО-ның кешелектең матди булмаған мәҙәни мираҫтары исемлегенә индерелгән.

Республикабыҙҙа йыл һайын Науруз байрамы  матур һәм бик дәртле үтә, унда теләгән һәр кем үҙ мәҙәниәтен, аш-һыуын күрһәтә, рәхәтләнеп йырлап-бейеп күңел аса.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb