80-се - 90-сы йылдарҙағы хиттар: «Алтын балдаҡ», «Һин ултыртҡан муйыл», «Аҡҡоштар», «Йәшел яулыҡ», «Ромашкалар», «Ник йылмайҙын» йырҙарын йәнә бер ишетеп, уйҙарығыҙ менән йәшлек йылдарына ҡайтып, хәтирәләргә күмелгегеҙ килһә – 17 март Башҡорт дәүләт филармонияһына рәхим итегеҙ.
Республикабыҙҙың сағыу сәхнә йондоҙҙарының береһе, үҙенсәлекле тауышы һәм репертуары лирик йырҙарға бай булыуы менән айырылып торған Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аккучукова яҙ ҡояшылай сағыу “Йөрәктән йөрәккә” тип исемләнгән концертына саҡыра.
Байрам кисәһенә эстрадабыҙҙың билдәле йондоҙҙары Гөлсөм Бикбулатова, Вилдан Яруллин, Зөлфиә Ҡудашева, Марсель Ҡотоев, Рөстәм Шаһыбалов, Йәмил Баймырҙин, Илшат Яхин һәм башҡалар ҡатнаша. Һеҙ яратып тыңлаған йырҙар менән бер рәттән, Роза Аккучукова башҡарыуында яңы йырҙар һәм яңы дуэттар көтөлә.
Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аккучукова халыҡ һәм композитор йырҙарын башҡарыусы булараҡ популярлыҡ яулаған йырсы - ғүмере буйы бер мәҙәниәт усағы – филармонияға тоғролоғон һаҡлай.
«Бындай билдәле мәҙәниәт усағында эшләүем менән үҙемде бәхетле һанайым. Филармония бит ул-йыр-моң сығанағы. Ул минең ижади үҫешемдә мөһим роль уйнаны һәм уйнай»- ти Роза Аккучукова.