Республикабыҙҙың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында онлайн-викторина үтте

Республикабыҙҙың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында онлайн-викторина үтте
Ағалы-энеле Якоб менән Вильгельм Гриммдарҙың әкиәттәренә бағышлап республикабыҙҙың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы уҡыусылар араһында онлайн-викторина уҙғарҙы. Викторина Skype ярҙамында ойошторолдо.

Ике команда 28-се һанлы Өфө махсус коррекция интернат-мәктәбе уҡыусылары “Әкиәтселәр” командаһы һәм Нефтекамск ҡалаһының балалар-үҫмерҙәр китапханаһының тифлоүҙәк уҡыусылары көс һынашты.

Бер-береһенә ҡатмарлы, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс һорауҙар яуҙырып белемдәрен күрһәттеләр.

Мәктәп уҡытыусылары балаларҙы викторинаға әҙерлек алып барыу менән бер рәттән «Храбрый портняжка» әкиәтен сәхнәләштерергә ярҙам иткән. Балалар шиғыр, баснялар уҡып байрамға йәм өҫтәнеләр.

9,5:10 иҫәбе менән 28-се һанлы Өфө махсус коррекция интернат-мәктәбе уҡыусыларының “Әкиәтселәр” командаһы еңде. Бүләктәргә ҡыуанып ҡына ҡалманы уҡыусылар, режиссер Рим Шәрәфетдиновтың тифлокомментариялы «Ни пуха, ни пера» мультипликацион фильмын ҡарап шатландылар.

Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb