Бөрйән районы үҙенең хозур тәбиғәте һәм Шүлгәнташ мәмерйәһенән тыш, башҡорт балы менән дә дан тота. Урта рус бал ҡорто тоҡомоноң Бөрйән популяцияһын һаҡлау, солоҡсолоҡто һәм умартасылыҡты популярлаштырыу маҡсатында дүртенсе тапҡыр төбәктә "Бөрйән балы - башҡорт даны" халыҡ-ара этнофестивале үтте. Күләмле сара умартасылар араһында тәжрибә уртаҡлашыу, кәсепкә бәйле кәрәк-яраҡ, ҡорамалдар етештереүселәргә һатыу баҙарын киңәйтеүгә йүнәлтелгән.
Бөрйәндәр төбәккә килгән һәр ҡунаҡты башҡорт балы менән ҡаршы ала. Сөнки урындағы халыҡ ҡортсолоҡ һәм солоҡсолоҡ менән элек-электән шөғөлләнә. Был кәсепкә тоғролоҡто улар әле лә ҡәҙерләп һаҡлай. Шуның өсөн республикала йыл һайын уҙғарылған Бал фестиваленең тап бөрйәндә үткәрелеүе һис тә осраҡлы түгел. Биләмәһенең 92 процентын урман ҡаплаған, йөҙйәшәр ағастары һайын солоғо булған төбәктә ерҙе ҡуртымға алып, татлы продукция етештерергә киң мөмкинлектәр бар. Был йәһәттән урындағы халыҡ тәбиғи ниғмәттәрҙе дөрөҫ файҙаланып, йәшәү сығанағына әйләндергән.
Район үҙәге янындағы Арғыҙма яланы был көндө милли моң-көйгә күмелде. Байрам барышында төрлө мәҙәни саралар ойошторолоп, халҡыбыҙҙың матур йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, боронғо йәшәйеше тамашасы иғтибарына тәҡдим ителде. Килгән ҡунаҡтар тирмәләргә инеп, боронғолоҡҡа "сумды", ҡортсолоҡ-солоҡсолоҡ тарихы менән танышып, ысын оҫталарҙың бәйгеләрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте.
Халыҡ-ара бал фестиваленә төрлө тарафтарҙан бик күп ҡунаҡтар йыйылды. Танылған яҡут режиссеры Андрей Борисов әйтеүенсә, башҡорт балының даны илдең алыҫ көнсығыш төбәктәрендә лә киң билдәле. Ул Башҡортостанға "Урал батыр" эпосын сәхнәләштереү өсөн килгән. Йәнбикә менән Йәнбирҙенең эҙҙәрен һаҡлаған төбәк һауаһын һулау спектаклде тағы ла сағыуыраҡ итеп ҡуйырға этәргес бирәсәк, ти билдәле режиссер.
Бал байрамының тағы ла бер маҡсаты экологик туризм тармағына иғтибарҙы арттырыу. Был йәһәттән Бөрйән районы йылдан-йыл туристарҙы күберәк йәлеп итә. Бер үк ваҡытта халыҡ-ара этнофестиваль 2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк Апимондия конгресына әҙерлек тә булып тора.
Сығанаҡ: bash.news