Бөйөк Ватан һуғышында ҙур батырлыҡ күрһәткән яҡташыбыҙ Николай Киселевҡа бағышланған кинофорум уның тыуған ере Благовещен районында 15 февралдә башлана. Өфөлә иһә "Родина" кинотеатрында өс көн дауамында милләт- һәм дин-ара татыулыҡ темаһына бушлай фильмдар күрһәтеләсәк. Николай Киселев партизан отряды командиры була, 200-ҙән ашыу йәһүд кешеһен ҡотҡара, ошо ҡаһарманлығы өсөн матбуғатта уны "Башҡорт Шиндлеры" тип тә атайҙар.
Николай Киселевҡа арналған кинофорум 2016 йыл дауамында Өфөнән тыш, Ярославль, Ҡаҙан, Дондағы Ростов, Мәскәү ҡалаларында һәм Ҡырымда үтәсәк.