Республикала Башҡорт теленә арналған “Үлемһеҙ йырҙар” онлайн-фестивале башланды

Республикала Башҡорт теленә арналған “Үлемһеҙ йырҙар” онлайн-фестивале башланды

Бөгөн республикала Башҡорт теленә арналған “Үлемһеҙ йырҙар” онлайн-фестивале башланды.

Унда 16 йәштән 65 йәшкә тиклемге башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар ҡатнаша ала. Бының өсөн 3 минутҡа тиклем видео яҙҙырып, уны социаль селтәргә #үлемһеҙйырҙар2020 хештегы менән һалырға кәрәк. Республика халыҡ ижады үҙәге аккаунттарын билдәләргә онотмағыҙ. 

Фестивалгә йомғаҡтар 14 декабрҙә - Бшҡорт теле көнөндә яһаласаҡ.

Сараны ойоштороусылар – Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Мәҙәниәт министрлығы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb