Республикала “Башҡортостандың фотойылъяҙмаһын бергәләп булдырайыҡ!” тигән акция иғлан ителде

Республикала “Башҡортостандың фотойылъяҙмаһын бергәләп булдырайыҡ!” тигән акция иғлан ителде

Республиканың Архив эштәре буйынса идаралығы менән Милли архивы Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу һәм дәүләт архив хеҙмәтенең бер быуатлыҡ юбилейы уңайынан “Башҡортостандың фотойылъяҙмаһын бергәләп булдырайыҡ!” тигән акция иғлан итте.
Сара төбәгебеҙҙең фотодокументтарын һаҡлау, фотокаталогты тулыландырыу маҡсатында ойошторолған. Кешеләрҙең шәхси альбомдарында, дәүләт власы органдары, предприятие һәм ойошмалар архивтарында һаҡланған фотоһүрәттәр Башҡортостан тарихын өйрәнеүҙә Архив фонды өсөн ҡиммәтле сығанаҡ булып хеҙмәт итәсәк. Архив уларҙы бушлай һаҡлауға ҡабул итә.

Фотоларҙы һайлағанда унда төшөрөлгән ижтимағи-сәйәси ваҡиғаның мөһимлеге, теге йәки был шәхестең республика үҫешенә индергән өлөшө иҫәпкә алынасаҡ, төбәгебеҙ, төрлө министрлыҡтар, ведомстволар, ҡалалар, райондар, предприятие һәм ойошмалар тарихына бәйле күренештәр һынландырылған рәсемдәргә өҫтөнлөк биреләсәк.
Бөтә фотоһүрәттәргә аңлатма яҙыу мотлаҡ, унда ваҡиғаның исемен, ваҡытын, кемдәр төшөүен (исем-шәрифтәрен) күрһәтергә кәрәк.

Фотоһүрәттәрҙең төп нөсхәләре түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә:

Өфө ҡалаһы, К. Маркс урамы, 4-се йорт, БР Милли архивы, 10-сы бүлмә.
Сканер аша үткәрелгән күсермәләрҙе электрон почтаға ебәрергә: Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb