Республикала «Быуаттар аша көмөш тәңкәләр сыңы» фотопроекты иғлан ителде

Республикала «Быуаттар аша көмөш тәңкәләр сыңы» фотопроекты иғлан ителде

 Проекттың идея авторы — Милли китапхана директоры Айгөл Моратова. Бар теләүселәр ҙә «Быуаттар аша көмөш тәңкәләр сыңы» фотопроектында ҡатнаша ала. Төп шарт: ҡатнашыу өсөн өләсәй-олатайҙарығыҙҙың йәки башҡа туғандарығыҙҙың милли кейемдә төшкән элекке фотолары булырға тейеш.

Проектты ойоштороусылар уларҙыҡына оҡшаш костюмдар табырға һәм проектта ҡатнашыусылар өсөн фотосессия үткәрергә вәғәҙәләй. Фотоларҙы унда һүрәтләнгән кешеләр тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт менән Башҡортостандың Милли китапханаһындағы күргәҙмәгә ҡуйыу күҙаллана.

Проектҡа исемде Зөһрә Бураҡаева биргән. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, күргәҙмә өсөн 20-гә яҡын герой йыйыу күҙаллана.

Фотоһүрәттәр һәм ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр яҙылған хаттарҙы «Быуаттар аша көмөш тәңкәләр сыңы» фотопроекты» тигән билдә менән Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. почтаһында ҡабул ителә.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb