Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Республикала фин-уғыр халыҡтары милли мәҙәниәттәренең төбәк-ара фестивале уҙғарыла
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 17 октябрь 2016
Республикала фин-уғыр халыҡтары милли мәҙәниәттәренең төбәк-ара фестивале уҙғарыла
28-30 октябрҙә “Фин-уғыр транзиты: ғаилә традициялары” фин-уғыр халыҡтары милли мәҙәниәттәренең төбәк-ара фестивале уҙғарыла. Фестиваль Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан ҡала һәм район хакимиәттәре менән берлектә ойошторола. Башҡортостан Республикаһы “транзит маршрутының” дүртенсе майҙаны буласаҡ.
Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларында йәшәгән мари, мордва һәм удмурт халыҡтарының ғаилә коллективтарының ҡатнашыуы көтөлә. Фестивалдең маҡсаты-быуындан быуынға күсеп килгән милли йыр-моң, үҙенсәлекле фольклор өлгөләрен, бейеү, йолаларын күрһәтеү, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән милләттәштәр менән аралашыу, фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу.
Фин-уғыр халыҡтарының милли мәҙәниәтен һәм ижадын артабан үҫтереүҙе, милләт-ара татыулыҡты нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуйған фестиваль “Рәсәй мәҙәниәте (2012—2018 йылдар)” маҡсатлы федераль программаһы саралары исемлегенә индерелгән.
Ул республикабыҙҙың мари һәм удмурттар күпләп йәшәгән төньяҡ-көнбайыш төбәгендә 1991 йылдан үткәрелә.
Фестивалгә был яҡтар өсөн мәҙәни үҙәккә әйләнгән Нефтекамала нигеҙ һалынған. Башҡортостандың мари телендәге ижтимиғи-сәйәси гәзите “Чолман“ (“Кама”) бында нәшер ителә, ә удмурт телендәге “Ошмес” (“Инеш”) Үрге Тәтешлелә сыға.
Ҡалала һәм күрше райондарҙа был халыҡтарҙың милли берләшмәләре әүҙем эшләп килә.
Фин-уғыр халыҡтарының күп яҡлы мәҙәниәтенә арналған матбуғат конференцияһы үткәреү ҡаралған.
Байрам Нефтекамск ҡалаһында, 29 октябрь көнө, Ҡала Мәҙәниәт Үҙәгендә сағыу концерт тамашаһы менән тамамланасаҡ.
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Стәрлетамаҡта премьера: Бейеү театры башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы тураһында яңы программа тәҡдим итә
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
«Әй Йола» төркөмө – Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының илсеһе
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт ғалимы һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө