Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Республикала халыҡ-тарихи йыр фестивале уҙғарыла
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 14 ноябрь 2016
Республикала халыҡ-тарихи йыр фестивале уҙғарыла
16 ноябрҙә Башҡортостанда «Ҡахым түрә ҡунаҡҡа саҡыра» тип аталған башҡорт халыҡ тарихи йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк фестивале ойошторола.
Сара Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында үтә. Унда республиканың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан иң яҡшы ижади коллективтар һәм яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнаша. Айыусы ауылында тыуып үҫкән профессор Рим Йәнғужиндың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған «Кешеләр, мәҙәниәт, арауыҡ: Евразия донъяһының социомәҙәни динамикаһы» исемле бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусылар фестивалдең абруйлы ҡунаҡтары буласаҡ.
Фестивалде асыу тантанаһы Айыусы ауылының мәҙәниәт йортонда уҙа. Сара көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Унан алдараҡ, иртәнге 11-ҙә, урындағы мәктәптә биҙәү-ҡулланма ижады күргәҙмәһе асыла. Көндөҙгө сәғәт 1-ҙә Ҡаһым түрә стелаһына һәм «Ашҡаҙар» йыры һәйкәленә сәскә һалыу ойошторола.
Ҡаһым Мырҙашев, халыҡта ул Ҡаһым түрә булараҡ билдәле, — 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813–1814 йылдарҙа рус армияһының сит ил походтарында ҡатнашҡан башҡорт полктарының береһенең командиры.
Рим Йәнғужин (1941-2007) — этнограф, тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре. 1964 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 1968 йылдан алып шунда уҡ уҡытҡан, 1991 йылдан Башҡортостан тарихы һәм этнографияһы кафедраһы мөдире булған. Утыҙ йылға яҡын Башҡорт дәүләт университетының этнографик экспедицияларына етәкселек иткән. Рим Йәнғужин етәкселегендә университетта этнография музейы асылған. Туҡһандан ашыу фәнни эштәр, шул иҫәптән биш монография авторы.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Стәрлетамаҡта премьера: Бейеү театры башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы тураһында яңы программа тәҡдим итә
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
«Әй Йола» төркөмө – Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының илсеһе
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт ғалимы һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө