Республикала Халыҡтар берҙәмлеге байрамына арналған Сәнғәт төнө уҙғарыла

Республикала Халыҡтар берҙәмлеге байрамына арналған Сәнғәт төнө уҙғарыла

4 ноябрҙә респбликаның барлыҡ  мәҙәниәт учреждениеларында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған Сәнғәт төнө уҙғарыла.

Акцияла республика музейҙары, күргәҙмә галереялары, театрҙары, китапханалары һәм клубтары ҡатнаша.

Рәсәйҙә 2500-ҙән ашыу сара планлаштырылған, 1500-ҙән ашыу майҙансыҡ йәлеп ителә.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, акция сиктәрендә яҙыусылар, рәссамдар, актерҙар һәм музыканттар менән осрашыуҙар ҡаралған.

Сәнғәт төнө — йыл дауамында үткәрелгән «мәҙәни төндәр»гә йомғаҡ яһаған мәҙәни-белем биреү акцияһы. Тәүге тапҡыр 2013 йылдың ноябрендә уҙғарылған. Акцияның төп маҡсаты — илдә йәшәүселәргә музейҙарға, театрҙарға, китапханаларға барыу һәм Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы, традициялары менән танышыу мөмкинлеген биреү.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb