Республикала йырсы Радик Гәрәевҡа һәйкәл асылды

Республикала йырсы Радик Гәрәевҡа һәйкәл асылды
Яңауылда күренекле йырсы Радик Гәрәевҡа һәйкәл асылды. Был хаҡта райондың «Яңауыл таңдары» гәзите хәбәр итә. Сара артистың тыуыуына 60 һәм вафат булыуына 20 йыл тулыу уңайынан ойошторолдо — 1996 йылдың 29 октябрендә Радик Гәрәевтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Рәсми кешеләр, дуҫтары, яҡындары һәм туғандары, шул иҫәптән йырсының бер туғаны Рәлиф Радик Арыҫлан улын иҫкә алыу өсөн йыйылды.

Һәйкәл буласаҡ йырсы белем алған мәктәп ихатаһында ҡуйылған. Уның авторы — билдәле скульптор Хәлит Ғәлиуллин. Ул Радик Гәрәевтың микрофон тотоп йырлаған һынын һүрәтләгән.

Белем усағы 1997 йылдан бирле уның исемен йөрөтә, бында артистың музейы эшләй. Һәйкәл асыу тәҡдимен артистың яҡташтары индергән. Улар уны ҡойоу өсөн аҡса йыйған, шулай уҡ проект урындағы ҡаҙнанан финансланған.

Радик Гәрәев (1956-1996) — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, опера һәм эстрада йырсыһы (баритон), республиканың иң популяр һәм яратҡан артистарының береһе. Өфө сәнғәт институты профессоры Миләүшә Мортазинаның уҡыусыһы. 1983 йылда Сочиҙа уҙған «Ҡыҙыл ҡәнәфер» Халыҡ-ара сәйәси йыр фестивалендә Гран-приға лайыҡ була. Ул — Ғ.Сәләм исемендәге республика премияһы лауреаты. Башҡорт опера һәм балет театрында эшләй, 1990-1994 йылдарҙа театрҙы етәкләй. Репертуары ифрат бай була.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb