Оло йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнгән ижади бәйге быйыл бишенсе тапҡыр үткәрелә, уны Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойоштора. Ижади марафон район һәм ҡалаларҙа үтә. Һайлап алыуҙы үткән оло йәштәге үҙешмәкәр артистар 11 мартта зона этаптарында сығыш яһай. Улар Миәкә, Асҡын, Әбйәлил, Ғафури, Яңауыл райондарында, Стәрлетамаҡ һәм Өфөлә үтә. Еңеүселәр октябрь айында баш ҡалаға фестивалдең гала-концертына йыйыла.
Фестивалдең төп маҡсаты — өлкән быуын кешеләренең ижади мөмкинлектәрен асыу.