Оло йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнгән ижади бәйге быйыл бишенсе тапҡыр үткәрелә, уны Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойоштора. “Мин яратам һине, тормош!” республика фестивале өлкән быуындың ижади эшмәкәрлегенә йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү, уларҙың һәләтен үҫтерергә ярҙам итеү, интеллектуаль һәм ижади потенциалын мәҙәниәттә ҡулланыу һәм, әлбиттә, талантлыларҙы асыҡлау маҡсатында үткәрелә. Ижади марафон район һәм ҡалаларҙа үтә. Һайлап алыуҙы үткән оло йәштәге үҙешмәкәр артистар 11 мартта зона этаптарында сығыш яһай. Улар Миәкә, Асҡын, Әбйәлил, Ғафури, Яңауыл райондарында, Стәрлетамаҡ һәм Өфөлә үтә. Еңеүселәр октябрь айында баш ҡалаға фестивалдең гала-концертына йыйыла.