Республикала «Музейҙар төнө» бөтә Рәсәй акцияһы башлана

Республикала «Музейҙар төнө» бөтә Рәсәй акцияһы башлана

Иртәгә-19 майҙа республикала «Музейҙар төнө» бөтә Рәсәй акцияһы башлана. Башҡортостан Милли банкының музей-экспозиция фонды ла был акцияға ҡушыла. 
Килеүселәрҙе XIX быуат бинаһында урынлашҡан элекке аҡса һаҡлағысы буйлап экскурсия көтә. 
Уларҙы банк эшенең тарихы, ялған тәңкәләр эшләү өсөн клише, XX быуат башындағы «Өфө» валютаһын, шулай уҡ тәрән тарихлы экспонаттар: боронғо тәңкәләр, ассигнациялар, иҫәп техникаһын һәм сейфтар менән таныштырасаҡтар.  Ҡатнашырға теләүселәр (347) 279-64-42 телефоны буйынса алдан яҙылырға, үҙе менән паспорт, баланың тыуыу тураһында таныҡлығын тотоп килергә тейеш. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb