Республикала “Музейҙар төнө”нә 65 мең кеше килгән

Республикала “Музейҙар төнө”нә 65 мең кеше килгән

Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, акцияла 140-ҡа яҡын дәүләт, муниципаль, шәхси музей һәм галерея ҡатнашты. Өфөлә байрам саралары Почта музейында башланды. Бында акцияға арналған мисәт сығарылды. Артабан баш ҡалалағы дүрт мәҙәниәт учреждениеһы – Милли, Хәрби дан, Нестеров һәм Мәжит Ғафури музейҙарында “Фильмды эҙләп йый” тигән квест-уйыны ойошторолдо. Башҡортостандағы башҡа музейҙарҙа ла күргәҙмәләр асылды, интерактив экскурсиялар ойошторолдо, мауыҡтырғыс уйындар уҙғарылды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb