Республикала нәфис һүҙ оҫталығы бәйгеһе иғлан ителде

Республикала нәфис һүҙ оҫталығы бәйгеһе иғлан ителде

Республика халыҡ ижады үҙәге хәбәр итеүенсә “Тере һүҙ” исемле йәштәр араһында нәфис һүҙ оҫталығы конкурсы иғлан ителде.

Ярышта 15 йәштән алып 35-кә тиклем егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Конурс Ғаилә йылына бағышланып уҙғарыла. Бәйге шарттары буйынса, әсәй, атай, бәхетле баласаҡ, ғаилә ҡиммәттәренә бәйле шиғырҙар һөйләргә кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ билдәле шағир әҫәрҙәре менән бер рәттән үҙең ижад иткән шиғырҙарҙы ла тәҡдим итергә була. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы Республика халыҡ ижады үҙәгенә 14 февралгә тиклем тапшрырға кәрәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb