Республикала open air форматында асыҡ һауала йәйге концерттар үтә

Республикала open air форматында асыҡ һауала йәйге концерттар үтә

Башҡортостан ҡалаларында open air форматында асыҡ һауала йәйге концерттар уҙғарыла.

Туймазы ҡалаһында үҙәк ҡала мәҙәниәт һәм ял паркындағы амфитеатрҙа асыҡ һауала концерттар һәр йома уҙғарылып тора.

Яҡшы музыканы һәм сағыу бейеүҙәрҙе яратыусылар өсөн инеү бушлай. Үҙенең сығыштары менән ҡала халҡын иң яҡшы ижади коллективтар һәм йырсылар ҡыуандыра. Шулай уҡ Ҡасаба-ара үҙәк китапханаһы ойошторған йәйге уҡыу залы эшләй. Ағас күләгәһе аҫтында уңайлы урынлашып, яратҡан китабыңды уҡырға йәки төрлө викториналарҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашырға мөмкин, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb