Республикала Рәми Ғариповҡа бағышланған «Шағир көндәлеге» фильмын төшөрәләр

Республикала Рәми Ғариповҡа  бағышланған «Шағир көндәлеге» фильмын төшөрәләр

Башҡортостан Республикала яңы фильм өстөндә эш башланды. «Шағир көндәлеге» тип аталған фильмын режиссер Булат Йосопов төшөрә. Кинотаҫма башҡорт шағиры Рәми Ғарипов тураһында була.

Сценарий авторҙары – Таңсулпан Бабичева һәм Гөлсәсәк Саламатова. Ижади төркөм шағирҙың балалары Гөлнара, Азамат Ғариповтар, шулай уҡ тарихсылар һәм архив хеҙмәткәрҙәре менән фекер алыша.

Режиссер итеүнсә, артистар һайланған, тиҙҙән репетициялар башлана. Фильмды октябрь башында төшөрә башлау күҙаллана. Күренештәрҙең 70 процентҡа яҡыны ҡыш миҙгеленә тура килә, бер нисәһе тирә-йүн йәшелләнгәс төшөрөлә.

«Беренсе Республика» трилогияһы шағир Бабичтың яҙмышы менән башланып, Ғариповтың яҙмышы менән тамамлана. Бында туранан-тура логика бар. Шағирҙар, уларҙың шиғриәте халыҡтың күңелен сағылдыра, тиҙәр. Фильмдың мөһимлеген иҫәпкә алып, халыҡтың проектҡа булышлыҡ итеренә өмөтләнәбеҙ. Ниндәй ярҙам кәрәклеге һәм беҙгә нисек ярҙам итергә мөмкинлеге тураһында тиҙҙән хәбәр итербеҙ», - ти Булат Йосопов.

Фильмда ваҡиғалар ҡышҡы айҙарҙа бара. Фильм Өфөлә һәм Салауат районында төшөрөлә, шулай уҡ Мәскәү, Ташкент һәм Түбәнге Новгород манзаралары ла була.

Сығанаҡ: В республике будет снят фильм «Дневник поэта», посвящённый народному поэту Башкортостана Рами Гарипову

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb