Республикала “Рәсәй йырҙары” бөтә Рәсәй фестиваль-марафоны дауам итә

Республикала “Рәсәй йырҙары” бөтә Рәсәй фестиваль-марафоны дауам итә

Республикала “Рәсәй йырҙары” бөтә Рәсәй фестиваль-марафоны дауам итә. Проектың авторы – Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Надежда Бабкина республика халҡы менән осрашыуҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.

Фестиваль 2 сентябрҙә башланды һәм Нефтекама, Ағиҙел, Яңауыл, Дүртөйлө, Туймазы, Октябрьский һәм Дәүләкән ҡалаларында үтте. Бөтә ерҙә лә фестивалдә ҡатнашыусыларҙы йылы ҡаршы алдылар.

Концерттарҙа “Рус йыры” Мәскәү дәүләт академия театры коллективтары һәм солистары ҡатнаша:  “Рус йыры” ансамбле, “Тере планета” шоу-балеты, “11-ҙән һуң” фолк-төркөмө, “Славяндар” ансамбле, Евгений Гор, Бондаренколар; шулай уҡ “Мерема” этнографик фольклор төркөмө, Саха Республикаһының халыҡ артисткаһы Альбина Дегтярова, “Арғымаҡ” төркөмө. Йондоҙло ҡунаҡтар менән бергә сәхнәгә урындағы коллективтар ҙа сыға.

Киләһе концерт Күмертау ҡалаһында буласаҡ.

11 сентябрҙә “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә Надежда Бабкина ла сығыш яһаясаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb