Мәҙәниәт министрлығынан белдереүҙәренсә, “Рампа. Башҡортостан Мәҙәниәте” журналы баш мөхәррире Игорь Тонконогийҙың эше иң яҡшыһы тип табылды. Эмблема кинотаҫманы хәтерләтә, ул өс өлөштән тора. Улар Башҡортостан дәүләт флағы төҫтәренә буялған. Уртала ҡурай тажы төшөрөлгән һәм 2016 тип яҙылған. Кинотаҫманың өҫкө өлөшөндә башҡорт телендә Рәсәй киноһы йылы, ә аҫта рус телендәге ошондай уҡ яҙыу урын алған. Башҡортостанда Рәсәй киноһы йылына иң яҡшы эмблемаға конкурс былтыр декабрҙә иғлан ителде, эштәр 15 ғинуарға тиклем ҡабул ителде. 2016 - илдә һәм республикала Рәсәй киноһы йылы исеме аҫтында үтә.