«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә http://www.bashinform.ru/bash/1022055, Башҡортостанда Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына дәғүә итеүселәрҙең исемдәре билдәле булды. Наградаға 11 кеше һәм дүрт ижади коллектив дәғүә итә, тип хәбәр иттеләр республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Премия әҙәбиәтселәргә, сәнғәт һәм архитектура вәкилдәренә тапшырыла.
Яҙыусылар араһында наградаға Алмас Шаммасов – «Өй түбәмдә күгәрсендәр» китабы өсөн (унда авторҙың яңы шиғырҙары һәм тәүге ҙур әҫәре – «Трагедия современника» поэмаһы ингән); Ләйсән Курманова – әҙәбиәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн; Лилиә Щедрина – «Путь во тьме» романында тәрән фәлсәфәүи фекер өсөн; Миләүшә Гәрәева – «Өмөт усағы» әҙәби әҫәре өсөн дәғүә итә.
Архитекторҙар араһында номинацияла бер кандидат, йәғни ижади коллектив – Башҡортостан Республикаһының күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса ғилми-етештереү үҙәге – «Шүлгәнташ тарихи-мәҙәни комплекс» проект документтарын һәм Башҡортостандың йөҙ йыллығына 100 объект исемлегенә ингән «Сибай ҡалаһы концерт-театр берләшмәһе бинаһын төҙөкләндереү (реставрация элементтары менән)» өсөн.
Күп һанлы номинация – сәнғәт өлкәһендә. Унда еңеү өсөн бер юлы өс ижади коллектив көрәшә: береһе – «Хыялға ҡаршы» спектаклен юғары профессиональ художестволы сәхнәгә ҡуйған һәм башҡорт театр сәнғәтен пропагандалау өсөн; икенсеһе – «Бабич» тулы метражлы нәфис тарихи фильмында күрһәтелгән юғары актерлыҡ оҫталығы өсөн; һуңғыһы – «Өфөнән һөйөү менән!» фильмын төшөргән өсөн. Шулай уҡ еңеүгә дәғүә итә: Айнур Искәндәров – башҡарыу сәнғәтендәге юғары ҡаҙаныштары һәм баян музыка ҡоралы ижадын үҫтереү өсөн; Ләйсән Мәзитова – телевидение проекттары аша балаларға, йәштәргә рухи-патриотик һәм әхлаҡи тәрбиә биреүгә индергән өлөшө өсөн; Николай Попов – «Һыу һылыуы» тәүге йәштәр милли балетына музыка яҙған һәм халыҡ-ара кимәлдә республиканың мәҙәниәт популярлаштырыуға индергән әһәмиәтле өлөшө өсөн; Алһыу Хәсбиуллина – хор сәнғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн; Артур Ҡәйепҡолов – Башҡортостан Республикаһы театр-сәхнә сәнғәтен үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға индергән өлөшө, тамашасылар аудиторияһын ил һәм донъя сәнғәтенең иң яҡшы өлгөләренә ылыҡтырыу өсөн; Руслан Әбелханов – Башҡортостан театр-сәхнә сәнғәтен үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға индергән өлөшө, балет мәктәбенең иң яҡшы йолаларын байытыу һәм арттырыу өсөн; Денис Аксенов – мәғрифәтселек эшмәкәрлеге һәм республиканың үҫмерҙәр һәм йәштәр мөхитендә мәҙәниәт һәм сәнғәтте һәм әүҙем үҫтереү өсөн.
Әҙәбиәт өлкәһендәге әҫәрҙәр – матбуғатта баҫылып сыҡҡандан һуң, музыка, театр, һынлы сәнғәт, хореография, эстрада һәм цирк сәнғәте, дизайн, кино һәм телевидение өлкәһендәге әҫәрҙәр концерттарҙа, күргәҙмәләрҙә, театрҙар һәм кинотеатрҙарҙағы премьераларҙа, радио һәм телевидение аша халыҡҡа сығарылып, йәмәғәтселек танышҡандан һуң, архитектура өлкәһендә объекттар файҙаланыуға тапшырылғандан һуң ғына премияға тәҡдим итеүгә күрһәтелә ала.
Ғаризаларҙы ҡарау һәм еңеүселәрҙе һайлау менән комиссия шөғөлләнәсәк. Премияның күләме 150 мең һум тәшкил итә.