Республикала "Сәнғәт берләштерә" исемле сара үтте

Республикала  "Сәнғәт берләштерә" исемле сара үтте

Республика быйыл да Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Сираттағы сара "Сәнғәт берләштерә" исеме аҫтында үтте. Йыл да меңдәрсә кешене йыйған тамаша төрлө быуын вәкилдәре өсөн генән түгел, сәнғәтте үҫтереү, мәҙәни тәрбиә алыу йәһәтенән дә отошло.

Уҙған быуат һүҙ оҫталарынан айырмалы, әлегеһе гитара ҡылдарын сиртеп, социаль һәм йәмғиәт өлкәһе проблемаларын һөйләй. Башҡорт бард мәҙәниәте һуңғы йылдарҙа киң яҡлы үҫеш алды, хатта балалар араһында ла ҡыҙыҡһыныусылар күп

 Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы донъя сәнғәтенә сәйәхәт ойоштороуҙан тыш, теләге булған һәр кемде ошо өлкәлә үҙен һынап ҡарарға саҡырҙы. Балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Улар балсыҡтан төрлө һауыт-һаба әүәләп, эбру сәнғәте нескәлектәренә төшөндө.

Артабан музей залдары буйлап үҙенсәлекле көй-моңдар ағылды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb