Республикала Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге конкурс иғлан ителде

Республикала Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге конкурс иғлан ителде

Башҡортостанда Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге йырсылар конкурсы иғлан ителде.

Уны республика Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы уҙғара. Конкурстың Гран-прийы 40 мең һум тәшкил итә.

Сара 20 июндән 15 ноябргә тиклем үткәрелә. 21 сентябрҙән 31 октябргә ҡәҙәр ҡатнашыусыларҙы тыңлау ҡаралған. 1-15 ноябрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһала.

Конкурста 18-35 йәшлек махсус белеме булған башҡарыусылар (училище, юғары уҡыу йорто), урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарының йыр бүлеге студенттары ҡатнаша ала.

Йырсы Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың әҫәрҙәрен — «Эшсе» операһынан Ниғмәт арияһын, «Сания» операһынан Зыя, Сания арияларын, «Маяковский үлеменә», «Шомло ел» һәм «Сайҡалалар кәмәләр» романстарын һәм йырҙарын башҡарырға тейеш (ҡатнашыусы үҙе һайлай).

Ҡатнашыусыға 2018 йылдың 20 июненән 31 авгусҡа тиклем Башҡорт дәүләт филармонияһына ғариза бирергә кәрәк (450052, Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 58).

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында мәғлүмәт алыу өсөн телефон: 8 (347) 250-12-00.

Ғәзиз Әлмөхәмәтов — башҡорт йырсыһы һәм композиторы, музыкаль йәмәғәт эшмәкәре, БАССР-ҙың беренсе халыҡ артисы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb