Республикала "Ҡош юлы. Балалар" асыҡ башҡорт бард конкурсы дауам итә

Республикала "Ҡош юлы. Балалар" асыҡ башҡорт бард конкурсы дауам итә

Бәйге  16 йәштән өлкән булмаған гитарала уйнап, башҡорт телендә йырлай белгән һәр теләүсегә тәғәйенләнгән. Ҡатнашыусылар  мотлаҡ үҙе гитарала уйнап, башҡорт телендә йырларға тейеш. Өҫтәлмә музыкаль ҡоралдар ҡулланыу һәм ярҙамсылар ҡушылыуы мөмкин.

 Остаздар балаларға йыр, моң, гитарала уйнау буйынса дәрестәр биреп киләһе этапҡа үтергә ярҙам итәсәктәр. "Тамыр" балалар телеканалы һәр остаз һәм уның уҡыусылары менән тапшырыу эшләп күрһәтәсәк.  Әлеге ваҡытта 1 - 10 май интернет селтәрендә оҡшаған уҡыусыға тауыш биреү бара.

 Гала-концертҡа һайлауҙан үткән ҡатнашыусылар ғына сығыш яһаясаҡ. "ҠошЮлы.Балалар" Гала-концерты 2018 йылдың май айына билдәләнгән, концертта конкурсанттар ике йыр - остаз менән дуэт һәм бер үҙе башҡарған йыр тәҡдим итәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb