Республикала Әҙәбиәт мәктәбе проекты дауам итә

Республикала Әҙәбиәт мәктәбе проекты дауам итә

Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының  Башҡортостандың Әҙәбиәт мәктәбе проекты дауам итә. Ул Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты сараларына башҡарыла һәм сентябрь айының аҙағына тиклем барасаҡ. Был проектта үҙ көсөн әҙәбиәттә һынап ҡарарға теләгән 14 йәштән 25 йәшкә тиклемге һәр кем ҡатнаша ала.

Ҡатнашыу өсөн “Бәйләнештә” селтәрендәге Башҡортостан Әҙәбиәте төркөмөндәге (https://vk.com/rbgodliteratura) ғаризаны тултырып электрон адресына ебәрергә генә кәрәк. Шулай уҡ союздың электрон адресына ла һалырға була.

Ҡатнашыусыларҙың башҡорт, рус һәм татар телендәге ҡульяҙмалары республикабыҙҙың билдәле әҙиптәре тарафынан тикшереләсәк һәм баһаланасаҡ, кәңәштәр биреләсәк. Шулай уҡ проект барышында йәш ижадсыларға оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар, төрлө осрашыуҙар үткәреү ҡаралған.

Һөҙөмтәлә ҡатнашыусылар араһынан 30 иң өмөтлө йәш ижадсы һайлап алынасаҡ һәм проект еңеүсеһе итеп билдәләнәсәк. Улар өсөн баш ҡалабыҙ Өфөлә бүләкләү тантанаһы үтәсәк, музей һәм театрҙарға сәйәхәт, халыҡ шағирҙары менән осрашыуҙар ҡаралған. Был йәштәр Башҡортостан Яҙыусылар союзының Йәштәр бүлеге исемлегенә индереләсәк һәм халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Уларҙың ижады тупланған айырым йыйынтыҡ сығарыу ҙа күҙ уңында тотола.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb