Республикала "Өршәк буйы уйындары" байрамы уҙа

Республикала "Өршәк буйы уйындары" байрамы уҙа

Иртәгә-7 июлдә Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылы эргәһендә "Өршәк буйы уйындары" байрамы уҙғарыла. Байрам программаһында халыҡ уйындары, төрлө конкурстар, көрәш һәм башҡа спорт ярыштары ҡаралған. Бигерәк тә Өршәк һәм Дим буйҙары башҡорттарына ғына хас уйындарға ҙур өҫтөнлөк биреләсәк. Шулай уҡ республиканың эстрада йондоҙҙары һәм райондың ижади коллективтары сағыу концерт программаһы әҙерләй.

Быйылғы сара Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ауырғазы районы хакимиәте һәм Төрөмбәт яҡташтар берлеге тарафынан ойошторола. Улар башҡа байрамдарға оҡшамаған Мең ырыуы башҡорттары йолаларына нигеҙләнгән йыйын вәғәҙә итә. Бынан тыш, Өршәк һәм Дим буйында урынлашҡан төбәктәр тирмәләр ҙә ҡорасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb