Республиканың 100 йыллығына Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы балалар өсөн рус телендә сыға

Республиканың 100 йыллығына Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы балалар өсөн рус телендә сыға

Республикала башҡорттарҙың төп һәм иң мөһим эпик әҫәре – «Урал батыр» эпосы балалар өсөн рус теленә тәржемә ителә. Тәржемәнең төп маҡсаты – рус телле уҡыусыға эпосты юғары шиғриәт булараҡ тәҡдим итеү. Баҫма Башҡортостан Милли китапханаһының республиканың 100 йыллығына әҙерләгән яңы проект альбомдарының береһе.

Башҡортостанда сәнғәт тураһында бөтәһе дүрт «Башҡортостанда театр: тарих һәм хәҙерге заман», «Башҡорт халыҡ бейеүе: тарих һәм хореография» «Этник стиль: башҡорт образы» исемле сағыу альбомдар нәшер ителәсәк. Проект 9 миллион һум күләмендә Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb