Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына ҡарата бөгөн, 22 мартта Өфөлә «Берҙәмлек. Гражданлыҡ. Илһөйәрлек» халыҡ-ара фәнни форумы үтә.
Күләмле сарала Рәсәйҙең әйҙәүсе тарихсылары, Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарының һәм тикшеренеү үҙәктәренең уҡытыусылары, ғилми хеҙмәткәрҙәре, аспиранттар, дәүләт һәм муниципаль власть органдары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша.
Халыҡ-ара ғилми форумда тарихи ретроспективала башҡорт халҡының дәүләт-хоҡуҡи статусы, Совет проекты: милли-дәүләт ҡоролошо тәжрибәһе, СССР халыҡтары яҙмышында индустриаль модернизацияның роле, XX быуатта Рәсәй халыҡтарының рухи-мәҙәни үҫеше кеүек һәм башҡа темалар ҡараласаҡ.
Форум 22 мартта «Торатау» конгресс-холы майҙанында, 23 мартта Башҡорт дәүләт университеты базаһында үтә.
Форум сиктәрендә республиканың район-ҡала ҡоролтайҙары рәйестәре һәм Башҡарма комитет ағзалары өсөн V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек буйынса кәңәшмә уҙғарыла.