Республиканың 100 йыллығына ҡарата программа барышында ауыл клубтары төҙөкләндерелә

Республиканың 100 йыллығына ҡарата программа барышында ауыл клубтары төҙөкләндерелә

Дүртөйлө районының Семилетка ауылында капиталь ремонттан һуң күптән көтөлгән Мәҙәниәт йорто асылды. Ул «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына — 100 объект» республика программаһы объекттары исемлегенә инде.

Мәҙәниәт йортонда ҙур эштәр башҡарылған: уның ҡыйығы алмаштырылған, фасады яңыртылған, биләмәгә асфальт түшәлгән, бинаға ингән ерҙә тротуар плитәһе һалынған. Объектты төҙөкләндереү өсөн төбәк ҡаҙнаһынан 100 миллион һум самаһы аҡса тотонолған, тип хәбәр итә республика Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте. Яңыртылған Мәҙәниәт йорто тамашалар һәм клуб зонаһына бүленгән. Спорт сараларын уҙғарыу өсөн спорт залы ҡаралған.

Тиҙҙән ауыл клубында Дүртөйлө балалар художество мәктәбе филиалы, китапхана асыла. Киләсәктә Дүртөйлө балалар музыка мәктәбе филиалын асыу күҙаллана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb