Республиканың 100 йыллыҡ юбилейы йылында Башҡортостанда «Балалар – балаларға: йөрәктәребеҙ моңо» хәйриә проекты башлана

Республиканың 100 йыллыҡ юбилейы йылында Башҡортостанда «Балалар – балаларға: йөрәктәребеҙ моңо» хәйриә проекты башлана

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, республиканың 100 йыллыҡ юбилейы йылында Башҡортостанда «Балалар – балаларға: йөрәктәребеҙ моңо» тигән яңы хәйриә проекты башлана. Проект картаһындағы беренсе ҡала – Благовещен. 30 ғинуарҙа Благовещен сәнғәт мәктәбендә һәм Үҙәк район дауаханаһында тәүге концерттар уҙа.

Проектты ойоштороусы – Владимир Спиваковтың Башҡортостан Республикаһында йәштәрҙең һәләтен һәм һөнәри оҫталығын үҫтереүгә булышлыҡ итеү хәйриә фонды.

Благовещендағы концерттарҙа туғыҙ һәләтле бала һәм дүрт уҡытыусы ҡатнаша. Балалар  республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстары лауреаттары исеменә лайыҡ. Улар – Урта махсус музыка колледжы, Өфө балалар сәнғәт мәктәбе һәм Өфө сәнғәт училищеһы уҡыусылары. Виолончелдә уйнаусылар Нелли Петровская һәм Яна Штин, пианистка Анна Вәлиева, скрипкасылар Карина Ғилманова һәм Валерия Самыкина, флейтасы Александр Зайцев, вокалистар Лилиә Гәрәева һәм Иштуған Сәйетҡолов, думбырасы Самира Заһиҙуллина. Уларҙың өсәүһе – Спиваков фонды стипендиаттары.

Балалар Й. Гайдн, Ф.Э. Бах, Н. Паганини, А. Гурилев, П. Чайковский, Э. Шнайдер, Д. Шостакович, А. Бабаджанян, Р. Хәсәнов әҫәрҙәрен уйнай.

Февралдә концерттар һәм оҫталыҡ дәрестәре Бөрө, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Ишембай ҡалаларында уҙа. Бер йылда проектта ҡатнашыусылар Башҡортостандың 20-нән ашыу ҡала-районында, шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Магнитогорск һәм Татарстан Республикаһының Әлмәт ҡалаларында сығыш яһарға йыйына. Проект Өфөлә сағыу гала-концерт менән тамамлана.

Барлыҡ сараларҙа ҡатнашыу һәм уларҙы ҡарау бушлай. «Балалар – балаларға: йөрәктәребеҙ моңо» Рәсәй Президенты грантына тормошҡа ашырыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb