Республиканың Милли музейында «Халҡым моңо» мәҙәни һәм белем биреү сараһы уҙҙы

Республиканың Милли музейында «Халҡым моңо» мәҙәни һәм белем биреү сараһы уҙҙы

Күптән түгел Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Халҡым моңо» мәҙәни һәм белем биреү сараһы уҙҙы. Сарала Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт филологияһы факультетының 5 курс студенттары ҡатнашты. 
Сара барышында Башҡортостан Республикаһының Милли музейының ғилми хеҙмәткәре Илдар Шәрипов студенттарҙы башҡорт халҡының милли уйын ҡоралдары (ҡурай, думбыра, ҡыл ҡумыҙ, ҡумыҙ, йәтәгән) һәм шулай уҡ XIX һәм XX быуаттарҙа халыҡ араһына үтеп ингән европа музыка уйын ҡоралдары (скрипка, мандолина, гармун, тальянка) менән таныштырҙы. Һәр музыкаль уйын ҡоралының килеп сығыу тарихы һәм ҡулланылышы тураһында мәғлүмәт бирелде. Музыкаль уйын ҡоралы тураһында һөйләгәндә презентация һәм видеоматериал ҡулланылды. Был музыка уйын ҡоралдарының күпселеге Башҡортостан Республикаһының Милли музейының «Башҡорт халҡының этнографияһы» һәм «Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтар этнографияһы» залдарында урын алған. 
Осрашыуҙа Илдар Шәрипов студенттарҙы танылған ҡурайсылар менән таныштырҙы, ҡурай эшләү буйынса мастер-класс үткәрҙе. 
Сарала ҡатнашыусыларға Башҡортостан Республикаһының Милли музейының күргәҙмә залдары менән танышыу мөмкинлек бирелде. 
Башҡортостан Республикаһының Милли музейының «Халҡым моңо» мәҙәни һәм белем биреү сараһы артабан үҙенең эшен дауам итә. Был сарала мәктәпкәсә йәштәге балалар, мәктәп уҡыусылары, студентар, ололар ҡатнаша ала. 
Башҡортостан Республикаһының Милли музейының «Халҡым моңо» мәҙәни һәм белем биреү сараһында ҡатнашырға теләүселәр 8(347) 272-32-54; 89608032639 (Шарипов Ильдар Талгатович) телефондарына шылтыратып йәки Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14-се һанлы йорт адресы буйынса урынлашҡан Башҡортостан Республикаһының Милли музейына килеп заявка ҡалдырып китә ала. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb