Республиканың Милли музейында "Янғантау" геопаркына арналған күргәҙмә асылды

Республиканың Милли музейында "Янғантау" геопаркына арналған күргәҙмә асылды

Республиканың Милли музейында Рус география йәмғиәте, Салауат районы һәм "Янғантау" шифаханаһы дирекцияһы булышлығында күргәҙмә асылды. "Янғантау" геопаркына арналған күргәҙмә өс аҙна дауамында эшләйәсәк. Мәктәп уҡыусылары, студенттар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр һәм тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн күргәҙмәләге бер быуат элек төшөрөлгән фотоһүрәттәр аша тарихи үткәндәрҙе ентекле өйрәнергә мөмкинлек бирә.

Салауат районы бай тарихлы төбәк. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған ере, был хозур төбәктә эҙәрмән-ғалим һәм сәйәхәтсе Симон Паллас булған. Ул беренселәрҙән булып Янғантауҙы ентекле өйрәнеп, бөтә донъяға таныта. Батша фотографы Сергей Прокудин-Горский иһә бер быуат элек Яхъя ауылында йәшәүселәрҙе төҫлө фотоһүрәттәрҙә һынландыра.

Уларҙың шаҡтай өлөшө Америка конгрессы китапханаһында һаҡлана. Күргәҙмәне асыуҙа Сергей Прокудин-Горский фотообъективында сағылдырылған шәхестәрҙең ейәнсәрҙәре һәм бүләсәләре лә ҡатнашты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb