Өфөлә «Наган» исемле яңы кинокомедия өҫтөндә эш тамамлана. Әлеге ваҡытта фильмды тауышлы итеү бара. Режиссер Булат Йосопов хәбәр итеүенсә, февралдең 20-дә фильмдағы ролдәрҙең береһен башҡарған популяр киноактер Иван Кокорин килә.
«Алда актерҙар менән етди эш көтә. «Наган» фильмында төп ролде уйнаған Вадим Мәғәсүмов беҙҙең тон-студияла тәүге ҡарлуғас булды», — тип хәбәр иттеләр «Тере таҫма» кинокомпанияһының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңы картинаның ҡуйыусы режиссеры — Булат Йосопов, сценарист һәм режиссер — Ринат Еникеев, икенсе режиссер — Евгений Вдовин, ҡуйыусы рәссам — Әлиә Хансен, оператор — Илдар Бикмәтов. Авторҙар музыкаль фильм төшөрөргә планлаштырғайны.
«Наган» тулы метражлы фильмының премьераһына оҙаҡ ваҡыт ҡалманы — ул апрелгә билдәләнгән.