Күптән түгел Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының Бәләкәй сәхнәһендә Александр Вампиловтың 80 йыллығына арналған режиссер лабораторияһы сиктәрендә ҡуйылған спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтелде. Лабораторияның кураторы - режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев.
Лаборатория һөҙөмтәһен ябай тамашасылар һәм эксперт советы ағзалары ҡараны: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов, Йәштәр театрының художество етәксеһе Мөсәлим Күлбаев, театр белгестәре Андрей Пронин (Мәскәү), Айһылыу Сәғитова, Рида Буранова. Өҙөктәрҙе ҡарағандан һуң фекер алышыу ойошторолдо. Тамашасылар ҙа, эксперт советы ағзалары ла бер тауыштан Ҡаҙағстандан Айдын Салбанов ҡуйған эскизға өҫтөнлөк бирҙе.