Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Риф Тойғондоң тыуыуына 70 йыл
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 24 октябрь 2016
Риф Тойғондоң тыуыуына 70 йыл
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сергей Чекмарёв һәм Фәтих Кәрим исемендәге премиялары лауреаты, шағир, прозаик, публицист Риф Ғәлим улы Тойғоновтың вафатына ике йыл уҙып та киткән.
Риф Ғәлим улы Тойғонов (24 октябрь 1946— 8 ғинуар 2014) — башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сергей Чекмарёв һәм Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, 2012—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе.
Риф Ғәлим улы Тойғонов (әҙәби псевдонимы Тойғон) 1946 йылдың 24 октябрендә Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районыАҡсура ауылында тыуған. Уның шиғриәткә һөйөүе һәм әҙәби ижадҡа ынтылышы мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ асыҡ төҫ ала, шуға ла ул, 1963 йылда урта мәктәпте тамамлағас,Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә бик теләп шөғөлләнеп, шиғри оҫталығын артабан камилләштерә. Уҡыуын бөтөргәс, Совет Армияһына хәрби хеҙмәткә алына. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң, хеҙмәт эшмәкәрлеген «Совет Башҡортостаны»гәзитендә хәбәрсе булып башлай. Уҙған ХХ быуаттың етмешенсе йылдарында Нуриман һәм Иглиндә район гәзиттәрендә әҙәби хеҙмәткәр һәм тәржемәсе булып эшләй.
1987—1989 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзыныңМ. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы Юғары әҙәбиәт курстарында уҡый. Был Риф Тойғондоң шағир һәм яҙыусы булып өлгөрөп етеүенә ныҡлы ыңғай йоғонто яһай, ул ижади үҫеш юлында бер нисә баҫҡысҡа өҫкә күтәрелә. Артабан тағы ла «Совет Башҡортостаны» гәзитендә, «Ағиҙел» журналында һәм Башҡортостан телевидение һәм радио комитетының әҙәби редакцияларында эшләү уға бай тормош тәжрибәһе бирә. «Нур» Өфө дәүләт татар театрында һәм М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында әҙәби бүлек мөдире, репертуарҙар йүнәлешендә директор урынбаҫары вазифаларын башҡарыу әҙипкә киләсәк әҫәрҙәре өсөн кәрәкле материал тупларға ярҙам итә. Үҙ яғынан әҙәбиәт донъяһының уртаһында ҡайнап йәшәүсе булараҡ, ул театрҙар репертуарын байытыуға ҙур өлөш индерә.
Риф Ғәлим улының тормошонда һәм, әлбиттә, ижад биографияһында республиканың Яҙыусылар союзы айырым урын алып тора. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре 13 йыл дауамында (1996—2009) Союз идараһы рәйесе урынбаҫары вазифаһын намыҫлы башҡарҙы. Ул төрлө быуын һәм төрлө милләт әҙиптәрҙе бергә туплауға, беҙҙең аранан киткән яҙыусы һәм шағирҙәрҙең әҙәби мираҫын йыйыуға һәм һаҡлауға күп көс һалды. Йөкмәтелгәнде үтәүгә яуаплылыҡ менән ҡарауы, намыҫлы һәм әҙәпле булыуы, башҡаларға хәстәрлекле һәм илтифатлы мөнәсәбәт күрһәтеүе нигеҙендә Риф Тойғон 2012 йылдың мартында республика әҙәбиәтселәре тарафынан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының идара рәйесе итеп һайланды. Бай тәжрибә туплаған етәксе булараҡ, ул был вазифаны башҡарыуға дәртләнеп тотондо һәм сағыштырмаса ҡыҫҡа ғына ваҡытта ижади берекмә эшмәкәрлеген яңы кимәлгә күтәрергә, заман талаптарына тулыһынса яраҡлаштырырға ҙур өлөш индерҙе. Нәтижәлә яңы рәйес ойошторған һәм үткәргән саралар башҡорт әҙәбиәтенең артабанғы үҫешенә, йәмғиәттә яҙыусылар абруйын күтәреүгә булышлыҡ итте.
Яңы пландар менән дәртләнеп эшләп йөрөгән Риф Тойғон 2014 йылдың 8 ғинуарында көтмәгәндә вафат булды. Шишмә районының Урта Хәжәтауылында ерләнгән.
Талантлы һәм илһөйәр шағир, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Риф Тойғоновтың күп йыллыҡ хеҙмәт һәм ижади эшмәкәрлеге «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» һәм «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемдәр, Сергей Чекмарёв һәм Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премиялар менән лайыҡлы баһаланған.
...Донъя ҡото –
Толпар тотоп менер ирҙәрҙә.
Донъя йәме –
Шишмә һыуы аҡҡан ерҙәрҙә,
–тип яҙғайны Риф үҙенең бер шиғы¬рында. Ысынлап та, ул үҙе лә толпар тотоп менер ирҙәрҙең береһе булды”.( Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина. “Хаҡ шағиры булды халҡының”)
Иҫ киткес кеше, күренекле әҙәбиәтсе һәм йәмәғәт эшмәкәре – Риф Ғәлим улы Тойғонов тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
7 ноябрь көнө 19.00 сәғәттә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында шағир, прозаик, публицист Риф Ғәлим улы Тойғоновтың хәтер кисәһе үтәсәк.
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө