Рим Хәсәнов "Ал да нур сәс халҡыңа!" миҙалы менән бүләкләнде

Рим Хәсәнов "Ал да нур сәс халҡыңа!" миҙалы менән бүләкләнде

Үткән ялда "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы, Рәсәй Композиторҙар союзы һәм Яҙыусылар союзы ағзаһы, билдәле композитор Рим Хәсәновтың ижадына арналған "Һаумы, маэстро" концерты уҙҙы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова Рим Хәсәновҡа башҡорт йәмәғәт ойошмаларының юғары наградаһын - "Ал да нур сәс халҡыңа!" миҙалын тапшырҙы.

Рим Мәхмүт улы Хәсәнов - 400-ҙән ашыу йыр, балет һәм романс авторы. Рим Хәсәновтың композициялары шулай уҡ татар, инглиз, немец һәм башҡа телдәрҙә яңғырай. Композиторҙың "Өфө йүкәләре", "Мәңгелек мөхәббәт", "Юҡҡа түгелдер" кеүек йырҙары башҡорт эстрадаһы классикаһының миҫалына мәңгелеккә әүерелде һәм башҡорт мәҙәниәте тарихында лайыҡлы урын алды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb