Ҡабатланмаҫ моңо, үҙенсәлекле тауышы, күптән инде үҙ тамашасыһын тапҡан башҡорт һандуғасы Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Римма Амангилдина 15 декабрь көнө Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙасаҡ ижад кисәһенә саҡыра. “Ҡояшлы таңым ата” исемле тамашала йырсының ижадташ дуҫтары Индира Әсәҙуллина (рояль), Рим Гәрәев (баян), Марсель Ҡотоев (вокал), Илшат Ишморатов (ҡурай), Азат Биксурин (ҡурай), БР-ның Халыҡ ҡоралдары милли оркестры һәм башҡалар ҡатнаша.
Римма Амангилдина ижады тураһында һүҙ алып барғанда, халыҡ күңелендә ул башҡарыуындағы күп һанлы халыҡ йырҙары иҫкә төшәлер. Эйе, ҡабатланмаҫ моңо, үҙенсәлекле тауышы, йырҙары менән күңедәрҙе әсир иткән ҡыпсаҡ ҡыҙы Римма Амангилдина.
Бөгөн Римма Амангильдина Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләп йөрөй, һәм уның эшмәкәрлеге, ижади үҫеше өсөн күп көс түккән, хәҙер инде үҙ тамашасыһы булған, үҙ фекере булған, халыҡ һөйөүен яулаған, танылған артистка.
Йырсының репертуарында – билдәле башҡорт халыҡ йырҙары «Түңәрәккәй күл», «Сәлимәкәй», «Ахун кантон», «Зәлифәкәй», «Һыр», «Таштуғай», «Ашҡаҙар», «Йыуаса», татар халыҡ йырҙары, Х.Әхмәтов, З.Исмәғилов, Н.Сабитов, Т.Кәримов, Р.Яхин, Р.Мортазин, Р.Сәхәүетдинова кеүек милли композиторҙарыбыҙҙың эстрада әҫәрҙәре урын алған. Римма Амангилдина, шулай уҡ, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, ҡытай телдәрендә йырлай. Уның башҡарыуында ғына «Мирфәйзә», «Төйәләҫ», «Уйнат гармундарыңды», «Әбйәлил бәйете» үҙенсәлекле яңғырай.
Халыҡ араһында билдәлелек яулаған «Ҡыпсаҡ ҡыҙы», «Уҙҙы йәшлек», «Уйнат гармундарыңды», «Түңәрәккәй күл» кеүек йырҙар тик Римма Амангилдина ижадына халыҡсанлыҡ хас.
Ҡаҙағстанда Рәсәй, Төркиәлә БР көндәрендә, Мәскәүҙә БР көндәрендә, ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында уҙғарылған БР-ҙың халыҡ-ара презентацияһында (Париж), «Петербург һабантуйы» халыҡ байрмында (Санкт-Петербург), «Йәшел аҙна» Халыҡ-ара агросәнәғәт күргәҙмәһендә (Берлин, Германия), Халыҡ-ара Гаванна йәрминкәһендә (Куба) ҡатнаша. Официаль делегация составында Чех, Словения, Ҡытай халыҡ республикаларына, Саксония Ирекле Дәүләтенә, Франция илдәренә сыға. Ул күп кенә Европа илдәрендә, Ҡытайҙа, хатта Америкала башҡорт моңон яңғыратып ҡайтҡан. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була.
Мәскәүҙең Дәүләт Кремль һарайында «Сығышыбыҙ - Башҡортостандан», «Дуҫлыҡ күпере» исемле мәҙәни сараларҙа, Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС илдәренең саммиттарына ҡатнаша.
Римма Амнгильдина Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар, Пермь, Ырымбур, Силәбе ҡалаларында уҙғарылған милли сараларҙың алыштырғыһыҙ ҡатнашыусыһы.
Тамашаға рәхим итегеҙ!
Концерт 19 сәғәттә башлана.
Автор: Гүзәл Багаева