Роберт Юлдашевтың "Ҡурайсы" төркөмө республика төбәктәре буйлап гастролгә йыйына

Роберт Юлдашевтың "Ҡурайсы" төркөмө республика төбәктәре буйлап гастролгә йыйына

"Башҡортостан" дәүләт концерт залында билдәле Роберт Юлдашевтың "Ҡурайсы" төркөмө менән "Гүзәл-данс" бейеү студияһының концерты үтте. Концерт республиканың 100 йыллығына һәм виртуоз музыкант Роберт Юлдашев етәкселегендәге "Ҡурайсы" төркөмө ойошторолоуға 10 йыл тулыуға арналды.

Ошо ваҡыт эсендә ижади коллектив донъяның егерменән ашыу илендә сығыш яһаған. Күп тапҡырҙар төрлө конкурс-фестивалдәр еңеүсеһе булараҡ билдәләнгән. Өфөләге концерт программаһы яңы композицияларҙы, хиттарҙы үҙ эсенә алды. Улар араһында башҡорт халыҡ йырҙары, сит ил көйҙәре лә булды.

Тулы зал йыйған тамаша һәр кемгә рухи байлыҡ өләште. Проект менән ижади төркөм республика төбәктәре буйлап гастролгә сығырға йыйына.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb