“Родина” кинотеатрында “Ҡырағай” фильмының презентацияһы үтте

“Родина” кинотеатрында “Ҡырағай” фильмының презентацияһы  үтте

Кисә “Родина” кинотеатрында  Фәрзәнә Утарбаеваның “Ҡырағай” ҡыҫҡа метражлы уйын фильмының презентацияһы үтте. “Теүәл бер йыл элек  ең һыҙғанып, күңелемдә йөрөткән хыялымды тормошҡа ашырырға ҡарар иттем  һәм мораҙыма ирештем”, ти  фильмдың сценарий авторы һәм режиссеры Фәрзәнә Утарбаева.

25 минут дауамында барған был фильмда әсә менән ул мөнәсәбәте яҡтыртыла, мәңгелек төшөнсәләр  һүрәтләнә. Фильмдың эстәлеген  «Әсә күңеле — балала, бала күңеле — далала» тигән мәҡәл менән генә лә әйтеп була. Бөгөнгө көн өсөн  актуаль, күңелгә үтеп инерлек, уйландырырлыҡ ҡыҫҡа метражлы фильм барлыҡҡа килтерер өсөн ижади коллектив күп көс һалған: ҡуйыусы оператор Тимур Ғәниев, креатив продюсер Айнур Асҡаров, ҡуйыусы рәссам Айгөл Байрамғолова. Музыканы йәш композитор Айҙар Хәмзин яҙған, аэросъемкаларҙы Владимир Жилко төшөргөн.

Фильмда төп ролдәрҙе Башҡорт драма театры актерҙары, СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова һәм Артур Кәбиров башҡара.

“Ҡырағай” фильмы киләһе йылдың ғинуар айында киң тамашасы хөкөмөнә сығарыласаҡ.

 Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb