«Родина» кинотеатрында «Бирешмә» йәштәр сериалының премьераһы үтте

«Родина» кинотеатрында «Бирешмә» йәштәр сериалының премьераһы үтте

«Тамыр» телеканалы ҙур экранда беренсе  йәштәр сериалын тамашасы хөкөмөнә сығарҙы. Йәштәр сериалының саунд-тректарынан реклама роликтары күптән күҙҙәрҙе иркәләй. «Бирешмә» тип аталыуы ла бер ҙә юҡҡа түгел. Тормош даръяларында йәштәребеҙ аҙашмаһын, хыялдарына тоғро ҡалһын өсөн ул шулай аталған. Сериалда төшөүсе төп геройҙар тулҡынланыуын йәшермәй.
«Моңға ғашиҡтар унан бер ҡасан да айырылмай», тиҙәр. Беренсе йәштәр сериалының төп геройҙары Гәлсәр, Гөлгөнә, Хәйҙәр һәм Данир -йыр-моң илен бөтә күңел матурлығы  менән һайлаған . Уларҙың ихлас дуҫлығы, шөғөлдәре,алдына ҡуйған маҡсаттары изге- сәнғәт училищеһына инеп, танылған йырсы булып ҙур сәхнәләрҙе яулау. «Дуҫлыҡ», «Ете ҡыҙ» кеүек тәрән йөкмәткеле йырҙар һәр сериалда. Уларҙы оранжировкалауҙа Айҙар Хәмзин, Айбулат Кәримов бар һәләтен һалған.
Егерме биш йыл эшләү дәүерендә «Тамыр» студиянан телеканал дәрәжәһенә тиклем үҫте. Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа күрһәтелгән  фильмдары тик юғары наградалар килтерҙе тигән юғары һүҙҙәр төп медиахолдинг директоры Рөстәм Зарафетдинов тарафынан юҡҡа ғына әйтелмәне. «Бирешмә» беренсе башҡорт йәштәр сериалы өҫтөндә эшләүсе ижади төркөм тағы ла бер тапҡыр үҙҙәренең берҙәм команда һәм ысын профессионалдар икәнлеген раҫланы. Башҡортостан башлығы грантына төшөрәлгән сериалдың режиссеры-Гөлсәсәк Игебаева, Ҡуйыусы операторҙары  Марат Юнысов, Шамил Кәримов, продюсеры Гөлшат Юлмөхәмәтова фильм  заманса һәм креатив булһын өсөн күп көс һалған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb