Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
“Родина” кинотеатрында “Көмөш Аҡбуҙат” фестиваленең конкурс фильмдары күрһәтелә
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 26 октябрь 2016
“Родина” кинотеатрында “Көмөш Аҡбуҙат” фестиваленең конкурс фильмдары күрһәтелә
Хәбәр итеүебеҙсә «Көмөш Аҡбуҙат» III Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале 26-нан алып 28-се октябргә тиклем үтәсәк.
Көмөш Аҡбуҙат» III Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестиваленә Германия, Ҡазаҡстан, Ҡырғыҙстан, Иран, Непал, Мексика, Америка Ҡушма Штаттары, Әрмәнстан, Сирия, Франция, Әзербайджан, Таджикстан, Афғанстан, Швейцария, Тайвань, Бангладеш, Монголия илдәренән 268 эш тәҡдим ителгән.
Фестиваль Башҡортостан Республика Башлығы грантына уҙғарыла.
Өсөнсө йыл уҙғарылып килгән был фестиваль йылдан –йыл киң офоҡтарға һуҙыла, билдәлелек яулай.
Һайлап алыу комиссияһына 20 илдән, Рәсәйҙең 30 төбәгенән 268 фильм тапшырылған. Конкурс программаһына ни бары 24 фильм ғына үткән. Ойоштороусылар билдәләүенсә, “Көмөш Аҡбуҙат” кинофестивале милли һәм этник фильмдарға бағышланған.
Ундағы кинотаҫмалар һәр милләттең мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын асыҡ сағылдырырға тейеш.
Бөгөн “Родина” кинотеатрының Зәңгәр залында нәфис фильм номинацияһына дәғүә итеүсе биш фильм күрһәтелде. Тамашасылар менән шығырым тулы залда тәүгеләрҙән булып Монголиянан килгән Эрдэнэцэцэг Базарргааның “Мать” кинофильмы күрһәтелде. Шулай уҡ Илона Кочаряндың “Корни” (Украина, Армения), Салауат Юзеевтың “Хлопнул дверью и ушел” (Татарстан), Мехди Джафариның “Белуга” (Иран) кинофильмдарын тамашасылар ихлас ҡабул итте, кино һөйөүселәр күңеленә бик хуш килде.
Бер үк ваҡытта “Родина” кинотеатрының Йәшел залында документаль фильм номинацияһының конкурс программаһын ҡарау мөмкинселеге лә бар ине. Шулай уҡ 5 кинофильм был номинацияла көс һынаша: “Монолог ополченца» Максим Кобзев (Рәсәй),” Забайкальская одиссея” (Сергей Головецкий, Рәсәй), “Шэнэхэнская царица” (Анастасия Зверькова, Рәсәй), “Макарий”( Виктор Беланов, Рәсәй), “24 снега” (Михаил Барынин, Рәсәй).
Фестиваль йомғаҡтары буйынса еңеүселәр билдәләнәсәк. Гран-приҙан тыш, төрлө номинацияла приздар, махсус бүләктәр тапшырыласаҡ.
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Стәрлетамаҡта премьера: Бейеү театры башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы тураһында яңы программа тәҡдим итә
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
«Әй Йола» төркөмө – Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының илсеһе
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт ғалимы һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө