Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәр итеүенсә http://tv-rb.ru/bash/novosti , кисә 16 март көнө Өфөнөң «Родина» кинотеатрында танылған кинодокументалист һәм режиссер Радик Ҡоҙаяровтың сираттағы фильмы күрһәтелде.
Өфөнөң «Родина» кинотеатрында танылған кинодокументалист, режиссер Радик Ҡоҙаяровтың сираттағы фильмы күрһәтелде
«Оҫтаның васыяты» фильмының төп геройы япон рәссамы. Фильм - үҙенсәлекле япон рәссамының алты йыл тотҡонлоҡтан һуң илһамланып ижад итеүе тураһында.
Документаль әҫәр шулай уҡ шулай уҡ сит ил тамашасыһы хөкөмөнә лә сығарылған. Өфөлә фильм Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһының «Сәйәси кино лаборатория»һы проекты сиктәрендә күрһәтелде.
Бынан биш йыл элек старт алған проект ярҙамында өфөләр Радик Ҡоҙаяровтың ун бишләп фильмын ҡараған. Исемлектә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған «Генерал» фильмы ла бар.
Фильмды ҡарағандан һуң тамашасылар һәм проектта ҡатнашыусылар үҙ-ара фекер алышты.