"Россия 1" телеканалы совет дипломаты Кәрим Хәкимов тураһында фильм күрһәтте

"Россия 1" телеканалы совет дипломаты Кәрим Хәкимов тураһында фильм күрһәтте

10-11 июль төнөндә "Россия 1" телеканалы «Карим Хакимов. Миссия выполнима» документаль фильмын күрһәтте. Башҡортостанда тыуған совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың эшмәкәрлеге тураһындағы фильмды ошо һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин: https://smotrim.ru/brand/68335.

Кәрим Хәкимов – Совет Рәсәйенең ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле. Ул йәш Совет Республикаһы менән ғәрәп-фарсы донъяһы араһында яҡшы мөнәсәбәттәр булдырыуға ҙур өлөш индергән шәхес.

Фильмда үткән быуаттың 20-се йылдарында Кәрим Хәкимовтың хаж ҡылған саҡта совет дипломатияһының йәшерен миссияһын бойомға ашырыуы тураһында һүҙ бара. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының махсус йөкләмәләр буйынса илсеһе Олег Озеров, ил дипломаттары һәм журналистары ҡатнаша.

Өфөлә Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы ҙур музей асырға йыйыналар. Дипломаттың тыуған яғында, Бишбүләк районындағы Дүсән ауылында, урынлашҡан йорт-музейы ла тулылыландырыу, байытылыу өҫтөндә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb