РСФСР-ҙың, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров вафат

РСФСР-ҙың, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров вафат

РСФСР-ҙың, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, йырсы, актер Фидан Ғафаров кисә, 27 апрелдә, вафат булған. Был хаҡта М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры хәбәр итте. 

Фидан Сафа улы Ғафаров 1947 йылдың 12 октябрендә Дүртөйлө районында Яңы Уртай ауылында тыуған. 1965 йылда Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлегенә уҡырға инә, Илшат Йомағолов курсында уҡый. Уны тамамлағандан һуң ике йыл үткәс, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә, унда хеҙмәт иткән йылдарында Башҡортостандың театр сәнғәте хазинаһына ингән бик күп ролдәрҙә уйнай. Артист халыҡ һәм эстрада йырҙарын популяр башҡарыусы булып китә. Фидан Ғафаров башҡарыуындағы спектаклдәрҙән йырҙар театрҙың үҙенсәлекле визит карточкаһына әүерелә һәм тамашасылар араһында йәшәүен дауам итә.

Фидан Ғафаров ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Башҡортостандың театр сәнғәтенә хеҙмәт итте.  Фидан Сафа улы төп ролдә уйнаған "Бәхет хаҡы" спектакле М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында тиҫтә йылдан ашыу аншлаг менән барҙы. 

Легендарь шәхес менән хушлашыу 29 апрелдә иртәнге сәғәт 10-да М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры алдындағы майҙанда уҙа. Матәм митингы сәғәт 11-ҙә башлана. Мәрхүмде тыуған ауылында ер ҡуйынына тапшырасаҡтар.

"Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" интернет-порталы Фидан Сафа улының ғаиләһенең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb