Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры “Rudı dance lab” (Руди дэнс лаб) I Халыҡ-ара хореография оҫтаханаһында ҡатнашырға теләүселәрҙән ғаризалар ҡабул итә.
Сара Рудольф Нуриевтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арнала. Һәм, башҡорт, Рәсәй, донъя балетын үҫтереүгә өлөш инереүҙе маҡсат итә. Воркшоп рәүешендә эшләйәсәк сараға ни бары 6 хореограф һайлап алынасаҡ.
Тәүге миҙгелдә труппа 12 эш тәҡдим итәсәк. Ул урындағы театр сәхнәһендә сентябрь айында буласаҡ. Ғаризаны www.rudy.dance сайтында бирергә мөмкин.