Рудольф Нуриев һәйкәле Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры янында урын аласаҡ

Рудольф Нуриев һәйкәле Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры янында урын аласаҡ

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, күренекле бейеүсе Рудольф Нуриевҡа һәйкәл Башҡорт опера һәм балет театры янындағы аллеяла ҡуйыла.

Фекер алышыуҙа монумент авторҙары, Өфөнөң Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы белгестәре ҡатнашты. Өфө авторҙары – скульптор Владимир Лобанов һәм архитектор Леонид Дубинский эшләгән монументты бейеүсенең данлы юлы башланған бина эргәһендә ҡуйырға тигән ҡарар ҡабул ителде.

«Скульптураның бейеклеге – 2,5 метр, гранит постаменттың иһә 1 метр. Һәйкәлдең эскизы 2016 йылдың декабрендә үк Мәҙәниәт министрлығының асыҡ конкурсыһы еңеүсеһе тип танылған. Монумент авторҙары һүҙҙәренсә, ойоштороу һәм финанс мәсьәләләрен хәл итергә, заказсыны һәм проектты тормошҡа ашырыу ваҡытын билдәләргә ҡалған», — тип яҙа «Аргументы и факты» баҫмаһы.

 

Рудольф Нуриев — совет, британ һәм француз балет артисы һәм балетмейстеры, Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театры солисы. 1961 йылда труппаның Париждағы гастролдәре тамамланғас, сәйәси һыйыныу урыны һорай. 1941 йылда Рудольф әсәһе менән Башҡорт АССР-ына эвакуациялана. Өфөлә балалар фольклор ансамблендә бейей, Мәҙәниәт һарайында ошонда һөргөндә булған Петербург балеринаһы Анна Удальцовала шөғөлләнә.

Өфөлә Башҡорт хореография колледжы һәм 1993 йылдан Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә уҙғарылған Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале, шулай уҡ ҡала урамдарының береһе  Рудольф Нуриевтың исемен йөрөтә. Башҡорт опера һәм балет театрында Рудольф Нуриев музейы булдырылған. Шулай уҡ бейеүсе хөрмәтенә ҡалала мемориаль таҡтаташ һәм барельеф ҡуйылған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb