Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышлап, 22 февралдә 13 сәғәттә Рус драма театры алдындағы майҙанда «Ватан Геройҙарына бағышлана» open air концерты башлана.
Программала – популяр артистарҙың, Башҡортостан Республикаһының билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең сығыштары. Байрам ҡунаҡтарын Рәмил Бәҙәмшин, Геннадий Родионов, «Арғымаҡ», Zainetdin show Neo Vision төркөмдәре, шулай уҡ «Йәшлек шоу-2020» Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале финалсылары YALFY, RAHIMOV, Илдар Абдуллин, Алиса Жумагалиева ҡыуандырмаҡсы.
Концерттың хедлайнеры – йырсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Денис Майданов.