Рус дәүләт академия драма театры Тольятти ҡалаһында үтәсәк “Театр түңәрәге” халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашасаҡ

Рус дәүләт академия драма театры Тольятти ҡалаһында үтәсәк “Театр түңәрәге” халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашасаҡ

БР Рус дәүләт академия драма театры Тольятти ҡалаһында үтәсәк “Театр түңәрәге” халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашасаҡ. Театр  «В сапоге у бабки играл фокстрот» спектакле менән фестивалде асып ебәрәсәк!

9 ай дауамында фестивалдең эксперт советы бөтә Рәсәйҙән спектаклдәр менән танышты, улар араһында 8 ҡаланан коллективтар һайлап алынды. Фестиваль йомғаҡтары буйынса “Иң яҡшы спектакль”, “Иң яҡшы беренсе һәм икенсе пландағы ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ актерҙары” һәм махсус приздар еңеүселәре билдәләнәсәк.

“Театр түңәрәге” фестивале 27 ноябрҙән 2 декабргә тиклем барасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb