18 мартта йолаға әүерелгән «Нуриев көндәре» сиктәрендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә «Рудольф Нуриев. 48 сәғәт» моноспектакле үтә, уны Берлиндың «Рус сәхнәһе» театры тәҡдим итә.
«Рудольф Нуриев. 48 сәғәт» спектакле - режиссер, «Рус сәхнәһе» театрының художество етәксеһе Инна Соколова-Гордон ҡуйған рус телендәге драматик спектакль. Монодраманың сценарийы нигеҙенә ирланд яҙыусыһы Колум Маккэнндың «Бейеүсе» романы, шулай уҡ легендар балет артисы Рудольф Нуриевтең көндәлек яҙмалары һәм афоризмдары һалынған.
Билдәле булыуынса, 1987 йылда Өфөгә килеп мәрхүм әсәһе менән хушлашыу өсөн Рудольф Нуриевкә 48 сәғәткә виза бирелә. Ул ҡайтып өлгөрә, әммә әсәһнең хәле ныҡ насарланған була, хатта яратҡан улын таный алмай. Нуриевтың ҡайғыһы, һағышы, рәнйеүе – ошо тойғолар менән ҡайта ул тыуған ҡалаһынан. Спектаклдә төп һәм берҙән-бер ролде - совет Молдавияһында тыуған драма артисы Андрэ Мошой уйнай.
Спектаклдең премьераһы 2016 йылда үткән. Ул Белоруссияла, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә һәм илебеҙҙең бер нисә ҡалаһында - Йошкар-Олала, Пензала, Мәскәүҙә, Тамбовта һәм Түбәнге Новгородта күрһәтелгән. «Изге Муза» халыҡ-ара театр фестивалендә (Улан Батор, Монголия) иң яҡшы моноспектакль тип танылды, шулай уҡ Пензала «Алтын провинция» милли театр фестивалендә Гран-при яулаған. Өфөгә - спектаклдең төп сәхнәһе ойошторолған ҡалаға – «Рус сәхнәһе» беренсе тапҡыр килә.
«Беҙ күптән ошо спектаклде нәҡ Өфөлә, Рудольф Нуриевтың тыуған төйәгендә күрһәтергә хыяллана инек. Баҡтиһәң, Нуриев менән беҙҙә уртаҡлыҡтар күп икән. Театрыбыҙҙың сит илдә ижад итеүе, классик рус сәнғәтен танытыуы шул хаҡта һөйләй. Өҫтәүенә, актерыбыҙ Андрэ Мошойҙың ҡатыны ла, Нуриевтең әсәһе кеүек, Фәриҙә исемле», - тип билдәләне «Рус сәхнәһе» театры директоры Илья Гордон.